

5 ноябрҙән 11-нә тиклем Өфөлә «Мин АГРО-ла «Агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһы» интерактив белем биреү киңлеге эшләй. Рәсәй Ауыл хужалығы Министрлығы булышлығында ойошторолған һөнәри йүнәлеш биреү майҙансығы Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында эшләй.
17 тематик майҙансыҡта тестар, конкурциялар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Дәрестәрҙе аграр университет студенттары үткәрә.
Сарала Собханғол ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
– Бер нисә йыл элек беҙҙең уҡыу йортонда аграр кластар асылды, – тип һөйләне мәктәп директоры Ольга Гусакова. - Шул ваҡыттан алып «ауыл хужалығы» йүнәлешендә әүҙем һөнәри йүнәлеш биреү эшен алып барабыҙ. Уға йәш педагог, химия уҡытыусыһы Айгөл Шәңгәрәева етәкселек итә. Әлбиттә, беҙ «МИН АГРО-ла» кеүек һөнәри йүнәлеш проектын ҡалдырып китә алманыҡ. Бында барыһы ла бик уйланылған: 5-9 йәшлек балалар өсөн махсус зоналар бар, үҫмерҙәр өсөн айырым зона бар. «Теплица» майҙансығында агроном һөнәрен өйрәндек, «Ферма» ла йомортҡаларҙы сорттарға айырҙыҡ «Ветклиник» та йомшаҡ уйынсыҡтарға рентген яһаныҡ, «Һөт заводында» һөт сифатын тикшерҙек.
Юғары класс уҡыусылары өсөн дәрестәр етди ойошторолдо: улар микроскоптар менән эшләне, тракторҙарҙы күҙәтеү программалары менән танышты, сәләмәт туҡланыуҙы өйрәнде. Балалар бик ҡәнәғәт!
Бөгөн мәғариф киңлегендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров булды. Локацияларҙың береһендә Собханғол уҡыусылары төбәк етәксеһе менән осрашты. Ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән һуң бергә фотоға төшәтөк.