+28 °С
Облачно
События и факты
7 Ноября 2025, 07:50

Туймазы уҡыусыһы Артекта 200 мең отҡан

Эмилия Сәлимйәнова 6-сы мәктәптә уҡый.

Туймазы уҡыусыһы Артекта 200 мең отҡанТуймазы уҡыусыһы Артекта 200 мең отҡан
Туймазы уҡыусыһы Артекта 200 мең отҡан

Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбенең ун беренсе класс уҡыусыһы Эмилия Сәлимйәнова «Ҙур үҙгәреш» Бөтә Рәсәй конкурсы финалында 2-се дәрәжә лауреат булды.

 Ул 2 ноябрҙән 5 ноябргә тиклем «Артек» лагерында үтте. Бер нисә көн дауамында Эмилия үҙенең белемен, ижадилығын, маҡсатҡа ынтылышын һәм командала эшләү һәләтен күрһәтте.

Уның остаздары фекеренсә, бындай ҙур һәм абруйлы конкурста уңышлы финал уның талантын раҫлаусы ҡаҙаныш. Икенсе дәрәжә лауреат дипломы менән бергә ул 200 мең һум премия алды. Эмилия активист һәм отличник. Шулай уҡ ул Туймазы районы башлығы стипендиаты һәм «Тәүгеләр хәрәкәте»ндә ҡатнашыусы.

Туймазы уҡыусыһы Артекта 200 мең отҡан
Туймазы уҡыусыһы Артекта 200 мең отҡан
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас