

Республика көнө алдынан «Родина» мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация иғлан итеүҙең 35 йыллығына, Туймазы районының 95 йыллығына һәм Туймазы ҡалаһының 65 йыллығына арналған тантаналар үтте.
– Туймазы районы - республиканың ҡеүәтле сәнәғәт һәм аграр муниципалитеты, унда иҡтисадтың бөтә тармаҡтары тиерлек күрһәтелгән. Уларҙың нигеҙенә, уңышлы үҫешенә меңәрләгән туймазыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һалынған, - район һәм ҡала халҡына тантанаға саҡырылған БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев ҡотланы