

«ВИЧ-инфекция» диагнозы менән 396 Туймазы кешеһе, шул иҫәптән алты бала диспансерҙа иҫәптә тора. Шуларҙың 15-е быйыл асыҡланған. Табиптар һүҙҙәренсә, ВИЧ-инфекция йоҡтороуҙың төп сәбәбе – енси бәйләнеш. Шул уҡ ваҡытта иҫәпкә ҡуйылғандарҙың йәше 50 йәштән 70 йәшкә тиклем.
Инфекцияны ваҡытында асыҡлау өсөн даими медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Ярҙам һәм мәғлүмәт һорап Туймазы ҡалаһының Мичурин урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан 1-се поликлиникалағы йоғошло ауырыуҙар кабинетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Икенсе ҡат, 16-сы кабинет.