

Ҡатнашыусылар юбиляр шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. Сара туған телгә, уҡытыусыға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға арналған ине. Конкурсанттар призлы урындар алды һәм "Яратҡан туған тел", "Яратҡан уҡытыусы", "МХО яугирҙарына дан" кеүек номинацияларҙа билдәләнде.
Байрам аҙағында 4-се мәктәп уҡыусыһы Зарина Абсаттарова атаһына, МХО яугирына арналған йыр башҡарҙы. Был йырҙы композитор Зифа Нагаева Зарина өсөн яҙған.