+28 °С
Болотло
События и факты
6 Октябрь 2025, 07:52

Туймазы театрында премьера үтте

Ошо көндәрҙә Туймазы театры сәхнәһендә Луганскиҙан драматург Светлана Тишкина пьесаһы буйынса «Ҡатын-ҡыҙҙар» спектакленең күптән көтөлгән премьераһы булды.

Туймазы театрында премьера үттеТуймазы театрында премьера үтте
Туймазы театрында премьера үтте

Спектакль театр алған грант сиктәрендә ҡуйыла, ул хәҙерге драматургтарҙың әҫәрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй спектаклдәр ҡуйыу конкурсында еңеүсе булды. Конкурсты РФ мәҙәниәт Министрлығы ярҙамында «Рус миҙгелдәре» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ойошторҙо.

Спектакль өҫтөндә талантлы ижади төркөм: ҡуйыусы режиссер, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Редик Ғәниев, композитор Радмир Исмәғилев, ҡуйыусы рәссам Баймөхәмәтов, яҡтылыҡ буйынса рәссам Марина Нурмөхәмәтова, хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр Родионов, видеоинсталляция буйынса рәссам Урал Мәхиянов эшләне.

Премьераға пьеса авторы — шағир, прозаик, публицист һәм драматург, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рус теленә һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ағзаһы, рәсәй яҙыусылар Союзы, ЛНР яҙыусылар Союзы, милли драматургтар ассоциацияһы, «Рәсәй драматургтары гильдияһы» ағзаһы, күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты, Бөтә Рәсәй әҙәби конкурстары еңеүсеһе Светлана Эдвиговна Тишкина килде.

Ҡунаҡтар араһында башҡорт шағирәһе, филолог, журналист, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ҡотоева булды; журналист, шағирә, "Йәшлек" республика гәзите хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова, Башҡортостан республикаһының халыҡ шағиры, журналист, тәржемәсе Лариса Абдуллина. Ул Светлана Эдвиговнаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән милләт-ара татыулыҡты, дуҫлыҡты һәм тыныслыҡты нығытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Туймазы театрында премьера үтте
Туймазы театрында премьера үтте
Туймазы театрында премьера үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас