+28 °С
Болотло
События и факты
3 Октябрь 2025, 10:12

Туймазыла туҡыу түңәрәге асылды

Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә балалар һәм өлкәндәр өсөн туҡыу түңәрәге асылды.

Туймазыла туҡыу түңәрәге асылдыТуймазыла туҡыу түңәрәге асылды
Туймазыла туҡыу түңәрәге асылды

Кендектамаҡ ауылы мәҙәниәт ойоштороусыһы Татьяна Гордина туҡыу кәсебе, төрлө биҙәкле туҡыу техникаһы, туҡыу станогында эшләү өсөн ниндәй ептәр һәм материалдар ҡулланырға мөмкин һәм кәрәклеге тураһында һөйләне.

Ойоштороусылар туҡыусылыҡ кәсебе буйынса күргәҙмә әҙерләгән. Түңәрәкте асыу тантанаһында ҡунаҡтар - Туймазы районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлмира Төхбәтшина һәм ауыл-ара клуб системаның директоры Әлмира Ғәлиева ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар үҙәктең баш белгесе Гөлмира Бикбулатованың Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эше тураһында сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Түңәрәк юғалған һөнәрҙе тергеҙеү, ата-бабаларыбыҙҙың эшен дауам итеү һәм, иң мөһиме, туҡыусылыҡ оҫталығын үҫеп килгән быуынға тапшырыу идеяһы менән асылды.

Туймазыла туҡыу түңәрәге асылды
Туймазыла туҡыу түңәрәге асылды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас