

2 октябрҙә ҡаланың 7-се мәктәбендә тантаналы рәүештә МХО зонаһында ҡатнашыусы Руслан Сираевҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Геройҙы хөрмәтләргә туғандары һәм яҡындары, хакимиәт вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар килде.
Руслан Сираев 7-се мәктәпте тамамлаған. Һуңыраҡ колледж тамамлай. Автобетоновоздар заводында, «Белвим»предприятиеһында эшләй. 2021 йылда үҙ бизнесын аса. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, һайлау комиссияһы ағзаһы була.
Махсус операция башланғас, ситтә ҡала алмай. 2023 йылда оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән тапҡырлығы һәм профессионализмы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнә. 2024 йылдың июнендә Донецк халыҡ республикаһы территорияһында хәрби задание үтәгәндә һәләк була. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
– Мин уны малай сағымда уҡ белә инем, - тип уртаҡлашты Туймазы районының Почетлы гражданы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Василий Биккинин. - Руслан улым менән дуҫ ине. Оялсан, тыныс, изге күңелле егет. Һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер ине.
Митингҡа йыйылыусылар яугирҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.