+28 °С
Болотло
События и факты
12 Сентябрь 2025, 07:28

Туймазы мәктәбе яугирҙар өсөн ике мотоцикл һатып алды

Туймазы ҡаланың 4-се мәктәбендә «Букет урынына яугирҙарға ярҙам» акцияһы ваҡытында 278 мең һум аҡса йыйыла.

Туймазы мәктәбе яугирҙар өсөн ике мотоцикл һатып алдыТуймазы мәктәбе яугирҙар өсөн ике мотоцикл һатып алды
Туймазы мәктәбе яугирҙар өсөн ике мотоцикл һатып алды

Йәй аҙағында Туймазының 4-се мәктәбе директоры уҡытыусыларға МХО яугирҙәренә алғы һыҙыҡта йөрөү өсөн мотоциклдар бик кәрәклеген хәбәр итә. Һәм «Букет урынына яугирҙарға ярҙам» акцияһын үткәрергә тәҡдим итә. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре башланғысты хуплай. Һөҙөмтәлә тырышлыҡ менән ике аҙна эсендә 278 мең һум аҡса йыйыла.

Уларға ике кросс мотоциклы һатып алына.

– «Мотоextrime» мотосалонында техника кем өсөн тәғәйенләнгәнен белгәс, яҡшы ташлама яһанылар, - ти мәктәп директоры урынбаҫары Резида Ғирфанова. - Гумконвой составындағы мотоциклдарҙың береһен ошо мәктәпте тамамлаған хәрби хеҙмәткәргә алып баралар. Ул артиллерист, контракт буйынса хеҙмәт итә. Былтыр «Букет урынына яугирҙарға ярҙам» акцияһы ярҙамында беҙ уның өсөн генератор һатып алдыҡ.

 Икенсе мотоцикл Ҡара позывнойлы Туймазы штурмовигына тәғәйенләнгән. Мотоцикл уға октябрҙә килтереләсәк. Шулай уҡ йыйылған аҡсаға беҙ уҡыусыбыҙҙың атаһы өсөн ике рация, газ баллондары, гигиена саралары һатып алдыҡ. Шулай уҡ уға «Плетем Победу» клубы ирекмәндәренән дрондарҡа ҡаршы япмалар тапшырыласаҡ.

Башҡортостанда контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Туймазы ҡалаһы, Аксаков урамы, 13 адресы буйынса хәрби комассариатта белергә мөмкин.

Фото - 4-се мәктәп архивынан.

Туймазы мәктәбе яугирҙар өсөн ике мотоцикл һатып алды
Туймазы мәктәбе яугирҙар өсөн ике мотоцикл һатып алды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас