

Ошо көндәрҙә Райман ауылынан «Плетем Победу» ирекмәндәр хәрәкәтенең 12 ҡатнашыусыһы «Рәсәй Патриоты» миҙалын алды.
Ә ирекмәндәр етәксеһе Рәсимә Ғәлләмова «Фронтҡа ярҙам иткән өсөн» миҙалы менән билдәләнде. Ирекмәндәр дронға ҡаршы япмалар, МХО яугирҙары өсөн өҫ кейемдәре тегә, гуманитар йөк йыйыуҙа ҡатнаша.
Наградаларҙы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы етәксеһе Василий Биккинин тапшырҙы.