

Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостанда эшләй башлауы менән төп бурыстарҙың береһе - республикала мәктәп туҡланыуы системаһын яҡшы яҡҡа үҙгәртеү булды. Ҡабул ителгән саралар арҡаһында хәл яҡшырҙы, ә республиканың был өлкәләге тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, социаль туҡланыу өлкәһенә сифатлы эшкә көйләнгән намыҫлы ойошмалар инде.
Гөлназ Имаева Һәм Татьяна Бекктың балалары Благовар районы Пришибск урта мәктәбе уҡыусылары. Улар билдәдәүенсә, мәктәп ашханаһында таҙалыҡ һәм тәртип икәне күренә, яҡшы ҡорамалдар ҡуйылған, туҡланыуҙы ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған.