

Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре үтте. Был - Рәсәй оборона Министрлығының федераль проекты. Проект сиктәрендә «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы "Түңәрәк өҫтәл" ойошторҙо. Сараға МХО ветерандарын, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләрен саҡырҙылар.
"Түңәрәк өҫтәл" дә һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре һәм аталары, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары активистары, юристар, психологтар, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республмка филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, төп бурыс - берләшеү һәм бер-береңә ярҙам итеү. Был ойошма республикабыҙҙың барлыҡ муниципалитеттарында 300-ҙән ашыу сара үткәрҙе.
«Түңәрәк өҫтәл» сиктәрендә ысын патриоттар тәрбиәләгән ата-әсәләргә йәмәғәт наградалары тапшырылды: “Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе” һәм “Ватанды һаҡлаусының атаһы " миҙалдары. Ауыр яралар алған Вветерандарға адаптив кейем комплекттары бүләк ителде.
Был сараға Шаран районынан Сәйетовтар саҡырылды. Улдары Евгений, тыуған илен яҡлап, батырҙарса һәләк булды. Улын лайыҡлы тәрбиәләгәне һәм әүҙем тормош позицияһы өсөн Любовь Селибаевна Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаһы – Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнде.