+28 °С
Облачно
События и факты
8 Сентября 2025, 10:49

Туймазынан ике малай «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашты

Туймазынан Илназ Дәүләтов һәм Ҡандранан Данияр Әхмәтшин «Патриот» хәрби-патриотик паркында үткән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашты.

Туймазынан ике малай «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнаштыТуймазынан ике малай «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашты
Туймазынан ике малай «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашты

Слет бөтә республиканан 9-14 йәшлек 135 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән баланы, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләрен, ирекмәндәр һәм мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәрен йыйҙы.

Слетта ҡатнашыусылар менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров осрашты.

  • Беҙ һеҙҙе «Патриот» паркына саҡырҙыҡ, сөнки һеҙ – буласаҡ ир-егеттәр һәм бик көслө балалар. Бында яңы белем һәм күнекмәләр ала алыуығыҙ бик яҡшы, - тине Радий Хәбиров. - Был парк Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Максим Серафимов исемен йөрөтә. Беләм, күптәрегеҙҙең туғандары һәм яҡындары махсус хәрби операция бурыстарын үтәй. Беҙ уларға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ ысын геройҙар – һеҙҙең менән бергә ауыр юл үткән, үҫергә ярҙам иткән һәм яҡшы тәрбиә биргән ата-әсәләрегеҙ.

Республика етәксеһе сараға йыйылғандарҙы Туймазы районынан уҡыусы, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында күп тапҡыр еңеүсе Илназ Дәүләтов менән таныштырҙы. Радий Фәрит улы Илназды ысын герой тип атаны, ул алған йәрәхәтенә ҡарамаҫтан, уңышлы уҡый һәм спорт менән шөғөлләнә.

Туймазынан ике малай «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашты
Туймазынан ике малай «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас