

Благовар районында иҫ киткес ҡатын йәшәй, хеҙмәттәштәре уғы хөрмәт менән "Шеф" тип ондәшә. Уның өс улы, дүрт ейәне бар. Ул ғәҙәти тормошон ҡалдырып, былтыр июнь айында үҙ теләге менән МХО зонаһына юлланды. Уның ҡоралы - ашнаҡсы бысағы, ә фронты – Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы составындағы ялан кухняһы.
Беҙҙең "Шеф" яугирҙарҙы ашата, уларға ауыр шарттарҙа йорт йылыһы бүләк итә! Күптән түгел "Шеф" юғары наградаға – генерал Шайморатов исемендәге миҙалға лайыҡ булды!
Башҡортостан Республикаһы Башлығының кәңәшсеһе Алик Камалетдинов уға батырлыҡты һәм фиҙакәрлекте символлаштырған был награданы тапшырҙы. Был уның хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығын таныу.
"Ул – яуаплы һәм асыҡ кеше, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер", - тип һөйләй "Шеф" тураһында баш табип Алмаз Заһиҙуллин.
Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!