+28 °С
Болотло
События и факты
4 Сентябрь 2025, 08:07

Яугирҙарға – витаминлы ҡайнатма

Баҙғыя ауылы “Узелок защиты” волонтерҙар клубы активистары махсус хәрби операция яугирҙарына сейә ҡайнатмаһы әҙерләне

Яугирҙарға – витаминлы ҡайнатмаЯугирҙарға – витаминлы ҡайнатма
Яугирҙарға – витаминлы ҡайнатма

Баҙғыя ауылы “Узелок защиты” волонтерҙар клубы активистары махсус хәрби операция яугирҙарына сейә ҡайнатмаһы әҙерләне

Сейә йыйыу  Баҙғыя ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаларын башҡарыусы Светлана Иванова тәҡдиме. Файҙалы акцияны ул “Баҙғыя байлыҡтары” тип атаны.

Сейә йыйыу өсөн алыҫ бараһы түгел, ағастар ауыл уртаһында ғына  үҫә. Бер ваҡыт, уҙып барышлай, Светлана Иванова: “Сейәләрҙе йыйып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡайнатма яһаһаҡ һәйбәт булыр ине. Сейә ҡайнатмаһының ҡабатланмаҫ тәме яугирҙарыбыҙға тыуған йорттарын, Баҙғыя ауылының игелекле, ҡайғыртыусан ҡатын-ҡыҙҙарын иҫтәренә төшөрөр”, - тип уйлай.

“Узелок защиты” волонтерҙар клубы активистары Светлана Витальевнаның тәҡдимен берҙәм хуплай. Беренсе көндө үк  15 силәк тулышып бешкән тәмле, татлы сейә йыйыла. “Яугирҙарыбыҙҙы тәмле ҡайнатмабыҙ менән ҡыуандырғы килә. Өйҙә әҙерләнгән ҡайнатма уларҙың ҡырыҫ хәрби көндәренә йылылыҡ бирер, тип ышанабыҙ”, -  тине волонтерҙар клубы рәйесе Валентина Романова.

Баҙғыя ауылында волонтерҙар клубы 2024 йылдың аҙағында барлыҡҡа килә. Клуб эшендә 26 ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Улар 5000 кв. метрҙан ашыу маскировка селтәре үргән, көҙөн андыҙ тамыры йыярға ниәтләй.

Яугирҙарға – витаминлы ҡайнатма
Яугирҙарға – витаминлы ҡайнатма
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас