+28 °С
Болотло
События и факты
4 Сентябрь 2025, 08:09

“Ейәнсәрҙәр”

Бейеү коллективы өсөн был нисектер ҡыҙыҡ исем тип әйтер, кемдер. Әммә минең өсөн, бик тап килеп кенә тора. Сөнки үҙем күптән өләсәй статусын алғанмын, Ғафур ауылының мәктәп ҡыҙҙарынан торған бейеү түңәрәген етәкләйем

“Ейәнсәрҙәр”“Ейәнсәрҙәр”
“Ейәнсәрҙәр”

Коллектив әле йәш – 2024 йылдың ноябрь айында ғына тупланды ул. Әммә ошо ваҡыт арауығында коллектив шәп аҙымдар яһап, тос ҡына уңыштарға ла ирешеп өлгөрҙө. Репертуар бәләкәй, әлбиттә. Әммә ул милли, башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән.

Замандың йәш бейеүсе ҡыҙҙары милли мәҙәниәткә ылығып башҡорт бейеүҙәрен теләп өйрәнә. Мәптәп бәләкәй булһа ла, коллективта 10 ҡыҙ бала шөғөлләнә. Кескәй бейеүселәр мәктәптә үткән һәр сараның милли биҙәге, уртаһында ҡайнай. Шулай  уҡ улар  район һәм ҡала кимәлендә үткән сараларҙа ла ҡатнаша.

Быйыл йәй “Ейәнсәрҙәр” Ҡазан ҡалаһында үткән балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ижады буйынса Халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашты. Мәскәү, Пермь ҡалаларынан килгән коллективтар араһында бик матур сығыш яһап, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Һөнәри белеме булмаған “өләсәйҙәре” етәкселегендә һәм ҡыҫҡа ваҡыт арауығында шөғөләнеүгә ҡарамаҫтан, “Ейәнсәрҙәр” “Яҙ”, “Өләсәйҙә ҡунаҡта”  башҡорт бейеүҙәре менән 2-се дәрәжә дипломға эйә булды. Ә “Беләҙектәр” башҡорт бейеүе 3-сө урын яуланы.

“Ейәнсәрҙәр” Ҡазан ҡалаһынан “Халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн” диплом һәм 500 һумлыҡ сертификат алып ҡайтты. Был бүләк бейеү коллективына 2026 йылдың июнендә Түбәнге Новгородта үтәсәк балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ижады буйынса Халыҡ-ара “Матрешка” фестиваль-конкурста ҡатнашыу хоҡуғын бирә.

“Ейәнсәрҙәр”емә ҙур уңыштар теләйем.

 

Лилиә ТИМЕРКӘЙЕВА, коллектив етәксеһе.

 

“Ейәнсәрҙәр”
“Ейәнсәрҙәр”
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас