

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән яңы уҡыу йылы алдынан райондарға һәм ҡалаларға «Паз» һәм «Газель» маркалы 200 яңы мәктәп автобусы тапшырылды.
Туймазы районында машиналар Ҡарамалы-Ғөбәй, Иҫке Туймазы, Илсембәт һәм Туҡтағол ауылдары мәктәптәренә ебәрелде. Унда тәжрибәле һәм яуаплы белгестәр водитель булып эшләй.
– Беҙгә яңы «ПАЗ» килде, - тип һөйләй Ҡарамалы- Ғөбәй мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Резеда Сөләймәнова. - Был ваҡиға беҙҙең өсөн шатлыҡлы, сөнки беҙҙең автобустар иҫкереп өлгөрҙө. Уларҙы йышыраҡ йүнәтергә тура килә. Ә хәҙер беҙ иң проблемалы «ПАЗ» ды яңыһына алмаштырасаҡбыҙ. Көн һайын Кәлшәле, Мәтәүтамаҡ, Туҡай, Балтай, Соҡаҙытамаҡ, Имән-Купер, Нескә-Бүләк ауылдарынан 90 баланы Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбенә алып барабыҙ. Был эште өс водитель башҡара. Күптән көтөлгән яңы машина водитель Юрий Савельевҡа беркетеләсәк.
Илсембәт мәктәбендә лә 12 урынлыҡ автобустарға бик шатландылар. Бында Байраҡ-Түбә ауылынан балаларҙы 12 йыл инде алып киләләр.
- Беҙҙең өсөн автобус – ул тәү сиратта уҡыусыларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге, - ти Илсембәт мәктәбе директоры Альбина Вәлиева. - Беҙгә тәүге тапҡыр транспорт 2013 йылда бүленгән ине. Был ваҡытҡа тиклем башланғыс класс уҡыусыларына даими рәүештә тимер юл аша сығып, байтаҡ араны үтергә тура килә ине. Бәхеткә күрә, был ҡурҡыуҙар артта ҡалды. Бынан тыш, мәктәп автобусында уөыусыларҙы имтихандар тапшырыуға, спорт ярыштарына, йәйге лагерҙарға, Ҡандракүл тәбиғәт паркына экскурсияларға даими алып барабыҙ.
– Ә беҙҙең иҫке автобус әле лә төҙөк, - тип дауам итте Туҡтағол мәктәбе директоры Рузалия Хәбирова. - Уның торошон водитель Рәмил Мөхәмәтйәнов күҙәтә. Ул даими рәүештә техник тикшереүҙәр үтә, ваҡ ремонт та уның көсөнән килә. Шуға ҡарамаҫтан, машина үҙ ресурсын эшләп бөткән, йыш ҡына ватыла башлаған һәм алмаштырыуға мохтаж.
2023 йылда Рәмил Асат улы район мәктәп автобустары водителдәре конкурсында икенсе урынды яуланы, тест һәм машина йөрөтөүҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Иҫке Туймазы мәктәбенең автобус водителе 63 йәшлек Рифғәт Вәлиәхмәтов та 40 йылдан ашыу стажға эйә. Йәш сағында ул теплицасыларҙа, ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләй. Һуңынан 30 йыл Туймазы нефть идаралығы вахтасыларын автобуста йөрөтә. Дөйөм алғанда, Рифғәт Мирхәт улы 30 йылдан ашыу автобустар йөрөтә. Быйыл февралдә ул Иҫке Туймазы мәктәбенә водитель булып эшкә урынлаша.
- Күп булмаған эш хаҡы мине борсоманы, - ти Вәлиәхмәтов. - Пассажирҙар ташыу - ул, яратҡан эшем. Бигерәк тә мәктәп тә, гараж да минең өйөм янында. Миңә балаларҙы йөрөтөү оҡшай. Гараж боксы йылытыла, яҡты, бөтә кәрәкле инструменттар бар. Өфөгә яңы автобус алырға барырға кәрәклеге хаҡында хәбәр иткәстәре, ныҡ шатландым. Яңы «ПАЗ» бөтөнләй икенсе машина кеүек тойола. Еңел идара ителә, яғыулыҡты һиҙелерлек аҙ ҡуллана.