-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
16 Ғинуар , 10:40

Туймазы районында ауыл халҡы МХО яугиры менән осрашты

Осрашыу Ғафуүр ауыл советының Дуҫлыҡ ауылында маскировка селтәрҙәрен үреү пунктында үтте.

Туймазы районында ауыл халҡы МХО яугиры менән осрашты
Туймазы районында ауыл халҡы МХО яугиры менән осрашты

Дуҫлыҡ ауылының маскировка селтәрҙәрен үреү пунктында ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған махсус операция хәрби хеҙмәткәре менән осрашыу үтте. Яугир элегерәк грузин-осетин конфликты зонаһында тыныслыҡ урынлаштырыусы сифатында һәм Кавказдағы ҡораллы конфликтта ҡатнашҡан.

Ул ауылдаштарына гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Дуҫтыҡта ул яңыраҡ йәшәй башлаған, ҡатыны һәм өс балаһы менән бында күсеп килгән.

Дуҫлыҡтағы маскировка селтәрҙәрен үреү пункты 2024 йылдың мартынан эшләй, ул ауыл советы бинаһында урынлашҡан. Бар булған осорҙа бында 100 маскировка селтәре үрелгән. Осрашыуҙы ауыл китапханаһы ойошторҙо. Фото: Дуҫлыҡ ауыл китапханаһы.

Туймазы районында ауыл халҡы МХО яугиры менән осрашты
Туймазы районында ауыл халҡы МХО яугиры менән осрашты
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: