Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты ағзаһы, Октябрьский ҡалаһы кураторы Мәғсүм Кәримов, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов, ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, «Ынйылар» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, Октябрьский ағинәйҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Мәртәбәле сара халҡыбыҙҙың мәшһүр йыры – милли гимныбыҙ «Урал» менән башланды. Ултырышты Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Миңлегөл Ахунова асты.
Октябрь Рәис улы сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, уҙған VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын әйтеп үтте, алдағы йылдарҙа ла башҡорт ҡоролтайы йәмғиәттең алға этәргес көсө булып ҡаласағына ныҡлы ышанысын белдерҙе.
Мәғсүм Миңлеәхмәт улы Октябрьский башҡорттары ҡоролтайын төньяҡ-көнбайыш башҡорт ырыуҙары буйынса эште әүҙемләштерергә өндәне. Шулай уҡ ул әле төп бурысыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды .
Миңлегөл Нурый ҡыҙы ҡала башҡорттары ҡоролтайының 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә байҡау яһаны һәм алдағы йылға бурыстарҙы билдәләне. VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Морат Солтанов йыйылышта ҡатнашыусыларҙы алтынсы съездың резолюцияһы менән таныштырҙы.
Тәҡдимдәр, теләктәр менән «Аяз» башҡорт ансамбле етәксеһе Ғәлиә Мусина, ағинәйҙәр исеменән Сәғиҙә Солтанғәлиева, «Оберег» ирекмәндәр төркөмөнән Лүзиә Хәйретдинова сығыш яһаны.