-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
20 Декабрь , 09:46

Туймазы районында ҡаҙ өмәһе үтте

Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.

Туймазы районында ҡаҙ өмәһе үтте
Туймазы районында ҡаҙ өмәһе үтте

Быйыл Илсембәт ауыл советының Байраҡатүбә ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Күптән түгел бында ҡаҙ өмәһе үтте.

Байраҡатүбә ауылы Ыҡ йылғаһы буйында матур урында урынлашҡан. Яҙғы ташҡын осоронда йылға йыш ҡына ярҙарынан сыға, яр буйын һыу баҫа. Әммә ауыл халҡын был ҡурҡытмай. Һыу баҫҡан туғайҙарҙа һутлы үлән үҫә. Шуға ла ҡаҙҙарҙы бында күпләп үрсетәләр.

Халыҡ байрамын Рөстәм һәм Ләйлә Ғиләжевтар ихатаһында ойошторҙолар. Улар ярҙамға күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын саҡырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәр кейгән, халыҡ көйҙәре яңғырай.

Мәҙәни программаны Илсембәт мәҙәниәт йорто коллективы ойошторҙо.

– Киләһе йылда ҡоштар һанын ике тапҡырға арттырыға ине, - тип аңлатты хужабикә Ләйлә Марат ҡыҙы. - Ҡаҙ йөнөнән мендәрҙәр эшләйбеҙ. 70х70 сантиметр ҙурлыҡтағы мендәрҙе тултырыу өсөн 10 ҡоштоң  мамығы кәрәк.

Хужалар ҡунаҡтарҙы ҡаҙ итенән эшләнгән балэш, ҡаҡланған ҡаҙ, ҡыҙҙырылған ҡаҙ менән һыйланы.

Туймазы районында ҡаҙ өмәһе үтте
Туймазы районында ҡаҙ өмәһе үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: