Был сараға Туймазы ҡалаһынан, Дуҫлыҡ ауылынан уҡыусы балалар саҡырылған ине. Октябрьский ҡалаһының 4-се башҡорт гимназияһы, 2-се мәктәп гимназияһы, 9-се мәктәп уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты. Кем башҡортса шиғыр һөйләне, кем йырланы, кем бейене, кем ҡурайҙа уйнаны. Хатта өлкән уҡытыусылар, студенттар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләне. Бер кем дә саранан ситтә ҡалманы.
Ә иң ҡыҙыҡлы ваҡиға - "Кем башҡорт телен, башҡорт илен яҡшыраҡ белә?" тип аталған күңелле уйын булды. Балалар ҙа, ололар ҙа һорауҙарға ихлас яуап биреп, белемдәрен күрһәтеп, бүләктәр алды.
Башҡорт теле көнө 2019 йылда иғлан ителеп, 14 декабрҙә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә. Беҙҙең ҡалала ошоға тиклем бөгөнгө кеүек ҙур күләмле, күп кеше ҡатнашҡан байрам булғаны юҡ ине әле.
Байрамға килгән Ағинәйҙәр, Октябрьский ҡалаһының Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Миңлегөл Ахунова, Атайсал егеттәре институт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәрен белдереп, уңыштар теләп, хушлашты.
Ҡала кимәлендә үткәрелгән башҡорт теле көнө бер көнлөк кенә сара булып ҡалмаһын ине. Һәр ғаиләлә ата-әсәләр, балалар туған телен онотмаһын, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә дәүләт телен, башҡорт телен өйрәнеү дауам итһен. Башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйткәнсә , «Теле барҙың ғына иле бар”.
Сәғиҙә Солтанғәлиева, Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы.