Сара 14 декабрь - Башҡорт теле көнө сиктәрендә ойошторолдо.
10-сы декабрь уҡыусылар Туймазы тарихи -мәҙәни үҙәгенә юл тотто. Үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова уҡыусыларға байрамдың тарихын, Башҡортостанда бик күп халыҡтарҙың дуҫ, татыу йәшәүе тураһында һөйләне. Сара бик фәһемле үтте, уҡыусылар күп файҙалы мәғлүмәт алды.
Уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалманы - Ләйсән Динар ҡыҙы һәм Зилә Ришат ҡыҙы М.Аҡмулланың башҡорт теленә арналған шиғырҙарын уҡыны.
Беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ 14-се декабрҙә Октябрьский ҡалаһының нефть һәм газ институтында Башҡорт теле көнөнә бағышланған ҙур фестивалдә лә ҡатнашырға өлгөрҙө. Был сарала улар башҡортса шиғыр һөйләне, йырланы, бейене, ҡурайҙа уйнаны.
«Кем башҡорт телен, башҡорт илен яҡшырак белә?» уйыны айырыуса ҡыҙык үтте. Уҡыусыларыбыҙ Инсаф Әминев менән Эльвина Хөснөтдинова белемдәрен күрһәтеп, бүләктәр отто.
Башҡорт теле көнөндәге үткән саралар бер көнлөк кенә булып ҡалмаһын, һәр ғаиләлә атай-әсәйҙәр балалары менән туған телдәрендә һөйләшеп, башҡорт телен өйрәнеүҙәрен дауам итһен ине. Сөнки телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.