7-се мәктәп уҡыусылары СВО яугирҙәренә 82 гуманитар ярҙам ҡумтаһы ебәрә. «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» акцияһы сиктәрендә балалар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар кәрәкле әйберҙәр: боҙолмаҫ аҙыҡ-түлек, консервалар һәм тәм-томдар, йылы ойоҡбаш һәм бирсәткәләр, медикаменттар, дымлы һәм ҡағыҙ салфеткалар, термобелье, балаклавтар һәм юрғандар йыйҙы. Шулай уҡ яугирҙарыбыҙ өсөн хаттар һәм ҡул эштәре-талисмандар әҙерләнде.
"Был - беҙҙең район халҡын - балаларҙы һәм өлкәндәрҙе берләштергән берҙәмлек һәм патриотизмдың тағы бер сағыу миҫалы. Яугирҙар беҙҙең хәстәрлегебеҙҙе һәм иғтибарыбыҙҙы тойорға тейеш!"- тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Туймазы районы хакимиәте башлығы Булат Мусин.