Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбе уҡыусыһы Максим Филиппов УРАЛ позывнойлы МХО яугирына гитара һатып алды. Хәрби хеҙмәткәр Ҡарамалы – Ғөбәй мәктәбен тамамлаған, ул 2022 йылдан махсус хәрби операцияла. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял ваҡытында яугир тыуған мәктәбенә килә, балалар менән аралаша. Уҡыусылар менән сираттағы осрашыу ваҡытында хәрби хеҙмәткәр һалдаттарҙың көндәлек тормошо тураһында һөйләй һәм уларҙың взводында гитара юҡлығына зарлана.
Быны ишеткәс, 11-се класс уҡыусыһы Максим Филиппов яугирға үҙе йыйған аҡсаға һатып алған гитараны бүләк итергә ҡарар итә. Максим музыка мәктәбен гитара класы буйынса тамамлай, ул инструментта яҡшы уйнай һәм гитараның хәрбиҙәрҙең ялын матурлай алыуын аңлай.
Максим мәктәптең «Өмөт» командаһы активисы, Ул Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы территорияһында урынлашҡан һәйкәлдәрҙе тергеҙеүҙә ҡатнаша, махсус операция яугирҙары өсөн блиндаж шәмдәр эшләй, Курск балаларына гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша.
Фото: Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбенән.