-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
9 Декабрь , 12:12

Дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырыу ул рухи мираҫты һаҡлау

Башҡортостанда яңыраҡ ойошторолған Дәүләт ҡурайсылар ансамбле быйыл октябрҙә тәүге концертын бирҙе.

Дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырыу ул рухи мираҫты һаҡлау
Дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырыу ул рухи мираҫты һаҡлау

Концертта төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, ул яңы коллектив булдырыу инициаторы булды.

Республика ансамбле составында Туймазы музыка мәктәбен тамамлаусы Радмир Ғүмәров та бар. Ул бер нисә тапҡыр республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара музыкаль конкурстарҙа еңеү яуланы. Ул - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзин Әбсәләмовтың уҡыусыһы, Өфө сәнғәт училищеһының дүртенсе курсында уҡый.

  • Туймазы музыка мәктәбенең ҡурай класы буйынса күп кенә сығарылыш уҡыусыларының ҡурайҙа уйнау йүнәлешендә профессиональ үҫеүен дауам итеүенә шатмын, – ти Рәмзин Әбсәләмов. - Быға Дәүләт ансамбле составында эшләү өсөн һайлап алынған Радмир Ғүмәров миҫал. Йәштәрҙең ҡурайҙан айырылмауы - Башҡортостанда боронғо милли уйын ҡоралына һаҡсыл ҡараш булыуын асыҡ дәлилләй.

 

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә нисек эләгергә мөмкин икәнлеге хаҡында ла һөйләне. 

 Өфө ҡалаһының 7-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Данил Никитин тура эфирҙа башҡорт телендә уға ошондай һорау бирҙе.

– Ҡурайҙа уйнау бик яҡшы, тимәк, шәхес гармониялы үҫешә. Улар республикабыҙҙың сәнғәт училищеларында уҡый ала, сәнғәт институтында ла бүлек бар, унда юғары белем алырға мөмкин, – тине Радий Хәбиров.

 

 

Дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырыу ул рухи мираҫты һаҡлау
Дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырыу ул рухи мираҫты һаҡлау
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: