-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
8 Декабрь , 09:00

Оҫталыҡ дәресендә - милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам

Ҡандракүл ауылының мәҙәниәт йортонда халыҡ кәсептәренә арналған саралар даими үткәрелә.

Оҫталыҡ дәресендә - милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам
Оҫталыҡ дәресендә - милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам

Күптән түгел уның хеҙмәткәрҙәре балалар һәм өлкәндәр өсөн башҡорт ҡурсағын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Сарала ҡурсаҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, милли кейем тураһында һөйләнеләр. Был сәнғәтте өйрәнеү өсөн мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойоштора.

Унда ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән «Башҡорт һылыуҡайы» халыҡ ҡурсағын эшләне. Сара барышында ойоштороусылар ҡурсаҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында һөйләне.

Бындай дәрестәр балаларҙа халыҡ мәҙәниәтенә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

 -- Ошондай ҡул эштәре эшләп, балалар ата-бабалар йолаларына, боронғо һөнәрҙәр менән таныша, ти Ҡандракүл ауылының мәҙәниәт йорто етәксеһе Ира Ғилманова. -- Республикала башҡорт мәҙәниәтенә төрлө йүнәлештә ярҙам күрһәтелә: музыка, кино, сәнғәт, әҙәбиәт. Шатлыҡлы күренеш -республикала ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килде, күптән түгел Өфөлә легендар «Рух» һәм «Дәрүиш хан» башҡорт рок-төркөмдәре сығыш яһаны. Былар барыһы ла йәштәрҙе башҡорт мәҙәниәтенә ылыҡтыра, уны һөйөргә, беҙҙең мәҙәниәт менән ғорурланырға ярҙам итә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы, рок-фестиваль тураһында:

  • Мин ысын ләззәт алдым. Мин был йырҙы «Өлгөрмәнем» («Не успел») белмәй инем. Ул хәҙер минең менән. Машинала барғанда, уны ҡабыҙам. Йыр бик яҡшы, уйланырға мәжбүр итә. Йыр өсөн рәхмәт әйтәм.
Оҫталыҡ дәресендә - милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам
Оҫталыҡ дәресендә - милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: