"Беҙҙә дарыухана ла, бер супермаркет та юҡ. Әгәр бер ниндәй ҙә шарттар булмаһа, был микрорайонды ни өсөн төҙөгәндәр? Беҙ сит кешеләр кеүек йәшәйбеҙ. Ҡалаға тиклем барыу өсөн тротуарыбыҙ ҙа юҡ, - тип яҙҙы улар. Туймазы ҡалаһы башлығы Эдуард Рәхмәтуллин аңлатыуынса, быйыл Сулпан биҫтәһендә Үҙәк урамға — Еңеү проспектына асфальт түшәлгән. Микрорайондан автобетоновоздар заводына тиклем тротуар һалыу өсөн смета әҙерләйҙәр. Был эш төрөн башҡарыу өсөн аҡса кәрәк.
— Был биҫтәлә ике бәләкәй шәхси магазин бар, - тип аңлатты ҡулланыусылар баҙары һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе Елена Русламханова. - Икеһе лә Еңеү проспектындағы 3-сө йортта урынлашҡан. Улар халыҡтың ағымдағы ихтыяждарын тәьмин итә. Беҙ микрорайонда сауҙа һәм дарыухана эшмәкәрлеген ойоштора алырлыҡ эшҡыуарҙарҙы эҙләү буйынса эш алып барабыҙ.