Шаран районының күп кенә халҡы Туймазыла эшләй һәм көн һайын ошо юлдан йөрөй. Төмәнәк ауылынан район сигендәге стелаға тиклем бер нисә саҡрым ғына юлды ремонтларға кәрәк.
Баҡалы-Шаран-Туймазы-Бәләбәй республика юлы БР юл хужалығы идаралығы ведомствоһына ҡарай. Ведомствола аңлатыуҙарынса, йәйге осорҙа юл хеҙмәттәре бында соҡорҙарҙы ремонтлаған. Киләһе миҙгелдә ҡабаттан эштәр башҡарыласаҡ.
2024-2026 йылдарға юл япмаһын тулыһынса яңыртыу планлаштырылмай.