Бында акварель, акрил менән башҡарылған 42 картина күрһәтелгән. Рәссамдарҙың картиналары йылдың төрлө миҙгелдәрендә башҡорт тәбиғәтенең матурлығы тураһында һөйләй, ауыл көнкүрешенең матурлығын сағылдыра.
Шулай уҡ күргәҙмәлә Ольга Сафонованың күндән яһалған эштәре, Туймазы фарфор заводында оҙаҡ йылдар эшләгән Ирина Николаеваның фарфор тәрилкәләре ҡуйылған.
Бынан тыш, музейға килеүселәр рәссамдарҙың яңы картиналары менән таныша ала.