Туймазыла юл фажиғәһендә водитель һәләк булған, ете кеше дауаханаға оҙатылған.
ҡиғаһы теркәлгән. Октябрьскийҙа йәшәүсе 48 йәшлек ир ВАЗ-2112 руле артында ҡаршы юлға сыҡҡан һәм ВАЗ-21099 менән бәрелешкән.
Һуңынан ВАЗ-21099 машинаһы 64 йәшлек ҡатын йөрөткән Hyundai Kona-ға бәрелә. ВАЗ-2112 водителе урында уҡ вафат була. Уның дүрт пассажиры, шул иҫәптән бер йәшлек бала, дауаханаға оҙатыла. 23 йәшлек ВАЗ-21099 водителен һәм уның ике пассажирын да дауаханаға алып китәләр.
Хөрмәтле водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ - һеҙҙе өйҙә көтәләр.