+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
13 Ноябрь , 12:14

«Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы

1-се мәктәп-интернаттың туғыҙынсы класс уҡыусыһы Константин Костромитин хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам иткән өсөн «Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

«Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы
«Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февраль айында Константин магазин һатыусыһын енәйәтселәрҙән яҡланы.

Был көндө егет мәктәптән автовокзалға бара. Ленин проспектында ул ике ирҙең магазиндан сығыуын, ә уларҙың артынан һатыусы йүгереп сығыуын күрә.

Баҡтиһәң, ирҙәр кәштәләрҙән бер шешә һыра алған, әммә түләмәйенсә киткән. Ирҙәрҙең береһе һатыусыға шешә менән ташлана - мәктәп уҡыусыһы уны туҡтатырға тырыша. Эскән ирҙәр үҫмерҙе туҡмай башлай. Ошо ваҡытта Костяның кеҫә телефоны төшөп китә. Һөжүм итеүселәр уның телефонын алып ҡаса.

Шул уҡ көндө ирҙәрҙе ҡулға алалар. Икеһе ләбыҡаса хөкөм ителгәнлеге асыҡлана (береһе урлашыу өсөн, икенсеһе наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле енәйәттәр өсөн хөкөм ителә).

«Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы
«Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: