Туймазыла махсус операцияла ҡатнашыусылар Артур Халиков һәм Алексей Асылҡаев менән хушлаштылар.
Артур Халиҡов 1982 йылдың 31 мартында Туймазыла тыуған. 128-се СПТУ-ны төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай. Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратура заводында слесарь булып эшләй.
Алексей Аҫылҡаев 1971 йылдың 2 декабрендә Шаран районында тыуған. Армиянан һуң «Века» хужалығында, ә һуңынан Туймазы автобетоновоздар заводында эшләй.
Икеһе лә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары территорияһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.