+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
5 Ноябрь , 10:52

Динар Ғабдрахманов Рәсәйҙең иң яҡшы акушер-гинекологы исеменә лайыҡ булды

Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән Динар Ғабдрахманов Рәсәйҙең иң яҡшы акушер-гинекологы исеменә лайыҡ булды

Динар Ғабдрахманов Рәсәйҙең иң яҡшы акушер-гинекологы исеменә лайыҡ булды
Динар Ғабдрахманов Рәсәйҙең иң яҡшы акушер-гинекологы исеменә лайыҡ булды

Мәскәүҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко «Иң яҡшы табип» Бөтә Рәсәй конкурсының 29 еңеүсеһен бүләкләне.

«Иң яҡшы акушер-гинеколог» номинацияһында I дәрәжә дипломды Өфөнөң республика клиник перинаталь үҙәгенең акушер-гинекология стационары мөдире Динар Ғабдрахманов алды.

Динар Рөстәм улы - Туймазы районында тыуған. Ул Ҡарамалы-Ғөбәй ауылынан, урындағы мәктәпте тамамлаған. Бала саҡтан уҡ табип булырға хыяллана, шуға күрә Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Башланғыс курстарҙа уҡыған сағында уҡ ул ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы эшләй башлай. Бишенсе курста ул бер нисә бала донъяға килеүенә шаһит булған.

– Мине шундай мөһим эштә – яңы кешенең тыуыуында ҡатнашыу шул тиклем һоҡландырҙы, мин үҙ һөнәрем итеп ошо профессияны һайланым, - тип һөйләне Динар Рөстәм улы.

Бөгөн Динар Рөстәм улы - Республика клиник перинаталь үҙәгенең акушер-гинекология стационары мөдире.

Динар Ғабдрахманов Рәсәйҙең иң яҡшы акушер-гинекологы исеменә лайыҡ булды
Динар Ғабдрахманов Рәсәйҙең иң яҡшы акушер-гинекологы исеменә лайыҡ булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: