Кисә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған яугирҙарҙың береһе аша улар сираттағы посылкаларҙы тапшырҙы.
Клубта башлыса пенсионерҙар эшләй, әммә ҙур эш көтөлһә, барыһы ла ҡушыла. Уҡыусылар ҙа ярҙам итә. Улар туҡыманы ҡырҡыуҙа ҡатнаша, яугирҙарға хаттар яҙа.
Волонтерҙар үҙҙәре ремонтлаған иҫке мәктәп тегеү машинкаларын ҡуллана. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы йыйған аҡсаға оверерлок менән яңы тегеү машинкаһы һатып алынды.
Хәҙер ирекмәндәр яңы эш төрөн үҙләштерә - һарыҡ йөнөн яугирҙар өсөн билбауҙар тегәләр.