2 ноябрҙә Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Сәнғәт төнө» үтәсәк. Саралар 18.00 сәғәттә «Минең бәләкәй ватаным» (6+) район тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙарында еңеүселәрҙең сығыштары менән башлана.
19.00 сәғәттә «Чудо-рамка» һәм «Юрта-шкатулка» оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк (6+).
20.00 сәғәттә «Рәсәй берләштерә» музыкаль кисәһе (6+), ә 20.30 сәғәттә Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған «Минең ерем, мәңгелек һөйгәнем» шиғри сәғәте (6+) башлана.
Шулай уҡ музей ҡунаҡтары экспозиция залдарында һәм Ирина Николаеваның ижади эштәренең шәхси күргәҙмәһендә була ала (6+).
6+
Фото - Туймазы тыуған яҡты өйрәнеү музейынан.