Быйыл «Тәбиғәт йәне» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Конкурсты Рәсәй яҙыусылар союзы, Туймазы районы хакимиәте, «Нерал» компанияһы һәм Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ойошторҙо. Премия 200 мең һум тәшкил итә.
Был юлы ойоштороу комитетына 111 ғариза килгән, уларҙың авторҙары Рәсәйҙең 44 төбәгенән һәм сит илдәрҙән, шул иҫәптән Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан.
Былтыр конкурста Мәскәүҙән Павел Кренев еңеүсе булды.
Быйылғы конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын иртәгә иғлан итәләр.