Өфөлә мәҙәни ваҡиға үтте - Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концерт-презентацияһы үтте. Концертта төбәк башлығы ҡатнашты.
Радий Хәбиров указы менән яңы үҙенсәлекле коллектив булдырылды, ул республиканың визит карточкаһына әүерелде лә инде.
Яңы коллектив составында Туймазы музыка мәктәбенең ҡурай класын тамамлаған Радмир Ғүмәров уйнай. Милли инструментта уйнарға ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзин Әбсәләмовтан өйрәнә.
Радмир хәҙер Өфө сәнғәт училищеһының 4-се курсында уҡый, ул - республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, йәш егет үҙенең музыкаль карьераһын республика тарихындағы тәүге Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле составында башлай.
Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерт-презентацияһында Радий Хәбиров үҙенең указы менән яңы байрам булдырыуы хаҡында белдерҙе. Хәҙер 10 октябрҙә Башҡортостанда ҡурай Көнө билдәләнә.