«XXI быуат лидеры» Бөтә Рәсәй конкурсы финалсыларының исемдәре билдәле булды.
Улар араһында 7-се мәктәптең өлкән класс уҡыусыһы Реналь Хәбиров та бар. Реналь әүҙем уҡыусы, ул күптән түгел «Эшҡыуарлыҡ» компетенцияһында һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатында еңеүсе булды.
Реналь сентябрҙә Ҡазанда үтәсәк лидерҙар конкурсының финал һынауҙарына юлланасаҡ.