Донбасста хәрби бурыстарҙы үтәгән яугирҙәргә документтарҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, льготаға хоҡуҡ биргән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыу өсөн документтарҙы махсус подразделение яугирҙары «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ярҙамында ғына йыя ала. Туймазыла филиал Салауат Юлаев урамы, 69-а адресы буйынса урынлашҡан. Бәйләнеш өсөн телефондар — 8-917-389-17-76, 8-927-321-71-14.