+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
17 Июль , 15:15

Туймазы районынан СВО зонаһына 5 килограмм туҡмас ебәрелде

Ошо көндәрҙә яугирҙәр яҡташтарынан сираттағы гуманитар йөк алды.

Туймазы районынан СВО зонаһына 5 килограмм туҡмас ебәрелде
Туймазы районынан СВО зонаһына 5 килограмм туҡмас ебәрелде

Туймазы районы халҡы тәүге көндәрҙән үк махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам күрһәтә.

 Ошо көндәрҙә яугирҙарға сираттағы гуманитар йөк оҙатылды. Социаль селтәрҙәрҙә район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов хәбәр итеүенсә, посылкаларҙы Хәтмулла Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр отряды ағзалары килтергән.

Ҡандра ауылы халҡы хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр, «МАСКИТА» ирекмәндәр клубы – маскировка селтәрҙәре, Үрмәкәй ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар биш килограмм үҙҙәре эшләгән туҡмас тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яугирҙарға посылкаларҙы Туймазы ҡалаһы, Мичурин урамы, 23 адресы буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб аша тапшырырға мөмкин («Йәштәш» клубы), 7-99-36 - белешмәләр өсөн лелефон. Фото: Айҙар Суфияновтың социаль селтәрҙәренән.

Туймазы районынан СВО зонаһына 5 килограмм туҡмас ебәрелде
Туймазы районынан СВО зонаһына 5 килограмм туҡмас ебәрелде
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: