+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
16 Июль , 16:48

Туймазыла янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға һәйкәл ҡуйылды

Ул геройҙар Аллеяһында урынлашҡан.

Туймазыла янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға һәйкәл ҡуйылды
Туймазыла янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға һәйкәл ҡуйылды

Туймазының үҙәк паркындағы геройҙар аллеяһы мемориаль комплекстар менән тулылана. Былтыр бында сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарына һәм хәҙер сик буйында хеҙмәт итеүселәргә арналған һәйкәл барлыҡҡа килде, икенсеһен хәрби диңгеҙселәр хөрмәтенә төҙөнөләр.
Ошо көндәрҙә улар янында янғын һүндереүсенең скульптураһы барлыҡҡа килде. Скульптура тимер-бетондан эшләнгән һәм махсус буяу менән ҡапланған. Уның бейеклеге ике метрҙан ашыу.
Тышҡы еңеллегенә ҡарамаҫтан, уның ауырлығы 1200 килограмм. Уны Магнитогорск скульпторы Сергей Елкин эшләгән. Конструкцияны Туймазыға үҙенең автотранспортында 15-се ПСЧ начальнигы урынбаҫары Рөстәм Насыров алып килде.

Туймазыла янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға һәйкәл ҡуйылды
Туймазыла янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға һәйкәл ҡуйылды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: