+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
10 Июль , 15:27

Республикала СВО тураһында фильм төшөрәләр

«Башҡортостан» киностудияһы «Бетеу» исемле яңы нәфис ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрә башланы.

Республикала СВО тураһында фильм төшөрәләр
Республикала СВО тураһында фильм төшөрәләр

Фильм - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡындарына ярҙам ҡулы һуҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙың көсө тураһында тулҡынландырғыс тарих.

Фильмдың режиссеры һәм идея авторы  «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» фильмдарын һәм «Күршеләр» сериалын төшөрөүсе Руслан Юлтаев.

Яңы картинаның сюжеты үҙәгендә берҙән-бер ейәнен СВО зонаһына хеҙмәткә ебәремәҫкә тырышыусы героиня тора.

Уны туҡтатыу өсөн ҡатын уның бетеүен тартып ала. Хатаһын аңлап, ул гуманитар ярҙам менән уны тапшырырға тырыша, әммә был еңел булмай.

Фильм Ишембай районы пейзаждары фонында һәм унда йәшәүселәрҙең йорттарында төшөрөү планлаштырыла.

Республикала СВО тураһында фильм төшөрәләр
Республикала СВО тураһында фильм төшөрәләр
Республикала СВО тураһында фильм төшөрәләр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: