+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
21 Июнь , 14:56

Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә

Туймазы эшҡыуары Фәнир Ғәлимов һуңғы тиҫтә йылдар дауамында Төмәнәк ауылында «Бабай утары» этнографик комплексын булдыра.

Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә
Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә

Башта «Бабай утары» асыҡ һауалағы музей булараҡ ойошторола. Әкренләп ул үҙенсәлекле экспонаттар коллекцияһы менән боронғо ауылға әүерелгән.

Миҫал өсөн, 1870 йылда төҙөлгән тирмәнде бында Сыуашстандан алып килгәндәр. Уны бүрәнәләп һүтеп, Төмәнәккә алып барып, һәр деталде һаҡлап ҡалып, «Бабай утары»на урынлаштырғандар.

- Музейға йышыраҡ ата-әсәләр һәм уларҙың балалары килә, - ти ул. – Күптән түгел 80 йәшлек апайҙы экскурсияға алып килделәр. Ул йорттарҙың береһендә ике сәғәт ултырҙы. Баҡтиһәң, балалары уны үҙҙәре йәшәгән ҡалаға күсереп алып килгән, ә музейҙағы өй уныҡына оҡшаған икән.

Йорттар эргәһендә һарай, мунсалар урынлашҡан. Туристар ихатала йөрөргә ярата.

Бынан тыш, бында мини-зоопарк барлыҡҡа килгән. Бер нисә йыл элек Ғәлимов етәкләгән «Йондоҙ» крәҫтиән-фермер хужалығы эске туризмынды үҫтереүгә грант отҡан. Был аҡсаға «Бабай утары»на ике төньяҡ боланы һәм өс Европа боланы һатып алынғандар. Эргәлә ҡыр өйрәктәре һәм аҡҡоштар өсөн бәләкәй быуа эшләгәндәр. Йәй көнө туристар һыу инә һәм балыҡ тота ала.

Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә
Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә
Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә
Туймазы районы буйлап этнотурҙар популяр туристик йүнәлешкә әүерелә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: