+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
22 Апрель , 09:52

Туймазыла СВО яугиры менән хушлаштылар

«Родина» мәҙәниәт һрайында 33 йәшлек Туймазы егете Тимур Игнатьевты һуңғы юлға оҙаттылар.

Туймазыла СВО яугиры менән хушлаштылар
Туймазыла СВО яугиры менән хушлаштылар

Уның әсәһе Зария Сәлих ҡыҙына һәм ҡатыны Лилиана Рәсүл ҡыҙына Батырлыҡ орденын БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ринат Ахунов тапшырҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Подоприхин хәрбиҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

 

Тимур Аркадьевич Шаран районы Баҙғыя ауылында тыуған. Октябрьский ҡалаһының колледжында токарь-универсалға уҡып, армияла танк механигы-водителе булып хеҙмәт итә.

 

Ҡайтҡас, Заполярьеға эшкә китә. Ә һуңғы ваҡытта Туймазының «Стальмонтаж» предприятиеһында эшләй, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.

 

- Тимур тракторсы-машинист, токарь, иретеп йәбештереүсе, ташсы, слесарь һәм электромонтажсы һөнәрҙәренә эйә булды, – тип һөйләй геройҙың яҡын дуҫы Дамир Ғарифуллин. –Бик изге күңелле һәм ярҙамсыл, ышаныслы кеше ине ул. Был барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу.

 

Туймазыла СВО яугиры менән хушлаштылар
Туймазыла СВО яугиры менән хушлаштылар
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: