+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
18 Апрель , 10:14

Ришат Төхвәтуллин улына ниндәй исем ҡушҡаны билдәле булды

Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның беренсе улы 10 апрелдә тыуҙы.

Ришат Төхвәтуллин улына ниндәй исем ҡушҡаны билдәле булды
Ришат Төхвәтуллин улына ниндәй исем ҡушҡаны билдәле булды

Әсә менән сабыйҙы бишенсе тәүлеккә клиниканан сығарҙылар, ә ике көндән һуң йәш ата-әсә мосолман ҡанундары буйынса исем ҡушыу тантанаһын үткәрҙе. Социаль селтәрҙәрҙә артистар улына Әлим тигән исем биргәндәрен хәбәр итте.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ришат Төхвәтуллин бала тыуғанға тиклем уның енесен белмәй ине. Шуға күрә ул, һәр хәлдә, ҡыҙға ла, малайға ла исемдәр уйлап таба, милли исемдәр араһынан яҡшы мәғәнәлеһен һайларға тырышты. Әлим ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «ғалим», «бөтә нәмәне белеүсе» тигәнде аңлата.

Фото: Ришат Төхвәтуллиндың социаль селтәрҙәре

Ришат Төхвәтуллин улына ниндәй исем ҡушҡаны билдәле булды
Ришат Төхвәтуллин улына ниндәй исем ҡушҡаны билдәле булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: