+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Апрель , 10:34

Туймазы районының яңы картаһын сигеү эше тамамланды

Туймазы районының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә "Идеянан - тормошҡа ашырыуға тиклем" тип аталған семинар-практикум үтте.

Туймазы районының яңы картаһын сигеү эше тамамланды
Туймазы районының яңы картаһын сигеү эше тамамланды

Һуңғы ваҡытта ауыл мәҙәниәт йорттарында һәм клубтарында ҡул эштәре менән мауығыусылар һаны артты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: клуб хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә даими эҙләнеүҙә: биҙәү-ҡулланма ижадын әүҙем өйрәнә, ҡыҙыҡлы йүнәлештәр таба һәм был эшкә клубтарға килеүселәрҙе лә йәлеп итә.

Практикум сиктәрендә Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы  Әлфирә Ситдиҡова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары түшелдеректәрен эшләү хаҡында һөйләне,  ә Туймазы районының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова туҡыма эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Семинар-практикумдың төп темаһы - Туймазы районының сигелгән картаһы. Ошо көндәрҙә Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы "Сигелгән Башҡортостан" республика фестиваленә әҙерлек сиктәрендә Туймазы районының картаһын сигеү эшен тамамланы.

Туймазы районының яңы картаһын сигеү эше тамамланды
Туймазы районының яңы картаһын сигеү эше тамамланды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: