+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Апрель , 10:44

Шаран районында «Рух майҙаны» сараһы үтте

Шаран районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылы сиктәрендә «Рух майҙаны» күсмә комплекслы сараһы үтте.

Шаран районында «Рух майҙаны» сараһы үтте
Шаран районында «Рух майҙаны» сараһы үтте

Байрамда Туймазы, Бүздәк, Баҡалы, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Шаран, Благовар, Бишбүләк райондарынан һәм Октябрьский ҡалаһынан делегациялар ҡатнашты.

Сара сиктәрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы квиз уйын үткәрҙе. Уйын башҡорт мәҙәниәтенә арналды.

Һөҙөмтәләр буйынса, 3-сө урынды - Октябрьский ҡалаһы, 2-се урынды  Туймазы районы командалары алды. Конкурстың еңеүселәре - Шаран районы командаһы.

Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған башҡортса квиз уйындары төрлө темаға бағышлана. Уйын өс раундтан тора, унда ете кешенән торған 9 команда ҡатнаша.

Фото - https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_81147

Шаран районында «Рух майҙаны» сараһы үтте
Шаран районында «Рух майҙаны» сараһы үтте
Шаран районында «Рух майҙаны» сараһы үтте
Шаран районында «Рух майҙаны» сараһы үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: