Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Бүләкләнеүселәр араһында Туймазы районынан ике уҡытыусы бар. Райман ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Римма Арыҫланова «Башҡортостан Республикаһының татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүсе булды.
Туймазы ҡалаһының 7 - се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Алиса Әбйәлетдинова - «Башҡортостан Республикаһының йәш йыл уҡытыусыһы» конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһында еңеүсе.