Контракт хеҙмәтенең кесе сержанты Алмаз Ғәниев махсус операция ваҡытында фажиғәле һәләк була. Ул үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде, уны әсәһе Әлфирә Шәрип ҡыҙына тапшырҙылар. Геройҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу өсөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный, район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов килде.
Һуңғы бер нисә йылда Ғәниев «Башнефть» бүлексәләренең береһендә автослесар булып эшләне. Алмаз Фәзит улы бер нисә эшсе һөнәренә эйә булған һәм, ауыл халҡы һүҙҙәренсә, һәр ваҡыт уларға ярҙамға килергә әҙер булған.
Быйыл майҙа Украинаға юлланыр алдынан ул ауылдаштары менән бергә урындағы зыяратты төҙөкләнеүҙә ҡатнашҡан.
- Алмаз минең күршем һәм уҡыусыһым булды - мин уны башланғыс кластарҙа уҡыттым, - тип һөйләй пенсионер Рәзинә Мусина. - Ул яҡшы уҡыны, тәрбиәле, спорт һөйөүсән, оҫта ҡуллы егет ине.
Ни өсөн ауыл халҡы уны яратты - бер көҙ балаларым эш буйынса киттеләр, ә был бәрәңге ҡаҙый торған ваҡыт ине. Мин баҡсаға сыҡтым, Алмаз, мине күргәс, эргәгә килде, ҡулдарымдан көрәкте алып, картуф ҡаҙышты. 1 июлдә ул минең Рөстәм улым менән телефондан һөйләште. Сентябрь башынан телефон аша бәйләнеш туҡтатылды. Ә тиҙҙән беҙ уның үлеме тураһында белдек.