+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
13 Сентябрь , 13:47

Туймазы районында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт берекмәһе вәкилдәренең осрашыуы үтте

Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә ҡоролтай ағзалары, "Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт берләшмәһе вәкилдәренең осрашыуы үтте.

Туймазы районында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт берекмәһе вәкилдәренең осрашыуы үтте
Туймазы районында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт берекмәһе вәкилдәренең осрашыуы үтте

Сарала киләсәккә пландар билдәләнде, маҡсаттар ҡуйылды һәм "Ағинәйҙәр ҡоро"на яңы етәксе һайланды.

Йәмғиәттең яңы етәксеһе - Туймазы районының Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда эшләүсе Әлфирә Ситдиҡова. Ул башҡорт костюмдарының тарихын өйрәнә, милли камзулдар һәм баш кейемдәрен тегеү менән мауыға.

Ағинәйҙәр эш планын төҙөнө, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә төрлө конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыуҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алдынды. Төркөмгә яңы исем һайланды һәм йыр, бейеү, төрлө йола, ғөрөф-ғөҙәттәр буйынса сценкалар сәхнәләштереү буйынса ла йәнле әңгәмә ҡоролдо. Ултырышта ҡатнашыусылар дәртләнеп, өр-яңы идеялар менән таралышты.

Туймазы районында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт берекмәһе вәкилдәренең осрашыуы үтте
Туймазы районында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт берекмәһе вәкилдәренең осрашыуы үтте
Туймазы районында "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт берекмәһе вәкилдәренең осрашыуы үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас в